“Өфө” футбол клубы уйынсыһы милли командаға саҡырыу алды

Артем Голубев  йәштәр йыйылма командаһы составында Европа беренселегендә ҡатнаша. Чемпионаттың төркөм этабы Венгрияла уҙа.  Иртәгә Рәсәй футболсылары Исландия, 28 мартта Франция һәм 31-ендә  Дания командалары менән осраша.