Тәүгеләрҙән булып был мөмкинлек менән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында белем алыусылар ҡулланды. Улар менән бергә парта артына төрлө ведомство етәкселәре лә ултырҙы. Уҡытыусы ролендә илдең алдынғы айти-компания вәкиле сығыш яһаны. Асыҡ дәресте БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин д күҙәтте.
Водителде йоҡонан уятырлыҡ ҡына түгел, хатта, пассажир урынына ултыртырлыҡ техник мөмкинлектәр заманы етте. Киләсәк транспорты - пилотһыҙ автомобилдәр яңылыҡ түгел. «Һанлы дәрес»тә ҡатнашыусылар машинаның нисек ҡоролоуы, уға хәүефһеҙ маршрут төҙөүгә булышлыҡ иткән процестар менән яҡындан танышты.
«Һанлы дәрес» Рәсәйҙә өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Мәғариф проекты сиктәрендә алдынғы it-компаниялар мәктәп уҡыусылары өсөн төрлө күнекмәләр әҙерләй, программалауға бәйле яңылыҡтар менән таныштыра. Был дәрестәр үҙенә күрә күләмле профориентация эше лә. Әйткәндәй, «Яндекс» компанияһы мәғариф сараһын өсөнсө йыл уңышлы уҙғара.
Интерактив тренажерҙа эште тамамлағандан һуң, балалар пилотһыҙ транспорт өҫтөндә эшләүсе инженер үҙәк белгестәренә һорауҙарын еткерә алды. Мәскәү белгестәре менән тура бәйләнеш ойошторолдо. Шулай уҡ уҡыусылар алдында Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин менән Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да сығыш яһаны.
Гимназияға килгәндә, һуңғы йылдарҙа уҡыусылар араһында программалау, айти-технологиялар менән ҡыҙыҡһыныусылар артыуы билдәләнде.
Гимназияла һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә лә белгестәр әҙерләнә. Башҡорт дәүләт медицина университеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Быйыл көҙ белем усағында уҡыу симуляция үҙәге асыу планлаштырылған.
Рафиҡ Әхмәтшин