Башҡортостандың медицина учреждениеларында ковид-госпиталдәр эшмәкәрлеге ябыла

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Ҡыҙыл зона»һыҙ дауаханалар... Был ыңғай эпидемиологик хәл менән бәйле. Бер йыл элек Өфөлә тәүгеләрҙән булып «ҡыҙыл зона» булдырған 8-се поликлиника ғәҙәттәге эш режимына ҡайтыу процессын күрһәтте. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

УЗИ кабинеты «ҡыҙыл зона»ла эшләүсе табиптарҙың кейенеү бүлмәһенә әйләнә. Ә дауахананың ике корпусы ла йоғошло ауырыу менән сирләүселәргә тәғәйенләнә. Былтыр апрель башында Өфөнөң 8-се клиник дауаханаһы тулыһынса икенсе эш режимына күсә. Көнөнә 30-40 ковид-пациентты ҡабул итергә тура килә. Ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн икенсе медицина учреждениеларынан да табиптар йәлеп ителә.

Хәүефле сир әкренләп булһа ла сигенә. Шуға күрә ковид-госпиталдәр булдырылған дауалау учреждениелары ла профиль буйынса ғәҙәти эш режимына күсә. Баш ҡалала план буйынса дауаланған сирлеләр өсөн 8-се ҡала клиник дауаханаһының «ҡыҙыл зона»һы бушатыла. Учреждениенан ике аҙна элек һуңғы пациент һауығып сыға. Коридор, тәҙрәләр һәм палаталар тулыһынса дезинфекцияла, урыны менән ремонт эштәре лә башҡарыла. Әле бында башҡа сирҙәр менән яфаланыусылар дауалана.

8-се дауахананың «Ҡыҙыл зона»һында 7 меңгә яҡын пациент дауалау курсы үтә, 638 операция эшләнә. Иң ауыры - хирургтар кейеме өҫтөнә хәүефһеҙлек саралары өсөн махсус костюм кейеү ине, ти табиптар. Был рәүешле уларға смена дауамында йөрөргә тура килә.

Әлеге көндә Башҡортостан буйынса 12 ковид-госпиталь үҙ эшен дауам итә. Уларҙа йоғошло сир менән ауырыусылар өсөн 2 меңдән ашыу урын һаҡланып ҡала.

Әлфинә Килдейәрова