Әсәлек бәхете бүләк итеүселәр...

Your browser doesn't support HTML5 video.

Республика перинаталь үҙәктә ҡатмарлы әмәлиәт башҡарылды. Пациенттың аналығына бала яҫтығы йәбешеп үҫкән була, патология ҙур күләмдә ҡан юғалтыуҙарға килтереүе ихтимал. Был осраҡта берҙән-бер ысул - хирургик ярҙам. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Руслан Ғарифуллин ике кеше ғүмере ҡотҡарған табиптарҙың береһе. Әсә менән сабыйҙы ул перинаталь үҙәктән оло ҡыуаныс менән оҙата. Ишек артында иһә баланың атаһы тулҡынлана, ҡатынын ул теүәл бер ай күрмәһә, улын тәүге тапҡыр ҡулына аласаҡ.

Баланы кесарь киҫеме ярҙамында алырға тура килгән, сөнки ҡатындың аналығына плацента йәбешеп үҫкән була. Бик һирәк осрай торған патология. Табиптар пациенттың ағзаһын һаҡлап ҡалыр өсөн ҡатмарлы операция яһай.

Методикаға ярашлы, аналыҡты ҡан менән тәьмин итеүсе тамырҙарҙы ябып, ҡан юғалтыуҙы сикләргә тура килде. Бының өсөн янбаш артерияһы аша индерелгән махсус баллондарға һауа тултырҙыҡ. Туҡымаларға минималь кимәлдә тәьҫир итеп, эске яҡтан ҡан ағымын яптыҡ. Операцияһынан һуң реабилитация осоро еңелерәк үтә.

Руслан Ғарифуллин, Республика перинаталь үҙәгенең контроль һәм сифат бүлеге мөдире

Аналыҡтың ҡан менән тәьмин ителеүе ваҡытлыса туҡтатыла, был үҙ сиратында хәүефһеҙ рәүештә кесарь киҫеме яһау мөмкинлеге бирә. Сөнки кире осраҡта пациент күп ҡан юғалтыр ине. Республика перинаталь үҙәктә бындай әмәлиәт – тәүге тәжрибә.

Бөтә донъя буйынса йөклө ҡатындарҙа патология осраҡтары артыуы күҙәтелә. Был, тәү сиратта, аналыҡ ҡыуышлығының имгәнеүенә бәйле. Күп осраҡтарҙа алдан аборт, бала тапҡанда кесарь киҫеме яһатыу сәбәпсе. Ағзаны һаҡлап ҡалыу буйынса саралар йөклөлөктөң һуңғы аҙналарында ғына башҡарыла.

Алексей Фролов, Республика перинаталь үҙәгенең операция бүлеге мөдире

Быға тиклем табиптарға радикаль сара ҡулланып, аналыҡты алып ташларға тура килгән. Ҡатмарлы әмәлиәт иһә ҡатындарға йәнә әсә булыу бәхетен бүләк итә.

Улын ҡулға алғас та, бәхетле атай уны ҡосағынан айырырға теләмәне. Шаймәрҙәновтар сабыйға исем дә алдан уйлап ҡуйған була.

Олатаһының исеме Әмир ине, беҙ саҡ ҡына үҙгәртеп Әмирхан тип ҡушырға теләйбеҙ. Көтөп алған балабыҙ, әлдә генә барыһы ла уңышлы тамамланды. Табиптар ышанысты аҡланы.

 Регина Шәймәрҙәнова

Шаймәрҙәновтар алтын ҡуллы табиптарға оло рәхмәтле. Аналыҡты һаҡлап ҡалыу - яңы ғүмер бүләк итеүгә тиң. Әйткәндәй, медицина учреждениеһында ошондай ҡатмарлы операция тағы ла бер ҡатынға яһалған. Ул да балаһы үҫеп, үҙе нығынғандан һуң, йәнә әсәлек бәхетен кисерергә планлаштыра.

Гөлназ Хәйбуллина