Юл-транспорт фажиғәһендә зыян күргән балаларға Өфө табиптары ярҙам күрһәтәсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Кисә иртән Йылайыр районында унынсы модель  «ВАЗ» автомобиле менән «ГАЗ-53» йөк машинаһы бәрелеште. Авария һөҙөмтәһендә биш уҡыусы төрлө тән йәрәхәттәре алды. Улар Сибай ҡала дауаханаһына оҙатылған. Балаларҙың хәле һәм фажиғә сәбәптәрен БЮТ каналының ижади төркөмө белеште.

Авария иртәнге сәғәттәрҙә Юлдыбай – Аҡъяр – Сара юлының 18-се километрында теркәлә. Унда унынсы модель «ВАЗ» автомобиле менән «ГАЗ» йөк машинаһы бәрелешә. Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, фажиғәлә «Лада»ның 46 йәшлек водителе ғәйепле. Балаларҙы ҡыйралған транспорт сараһы эсенән ҡотҡарыусылар сығарған.

Фажиғәгә тарыған балалар ашығыс ярҙам менән Сибай ҡала дауаханаһына килтерелә. Табиптар әйтеүенсә, әлеге ваҡытта өс уҡыусы ауыр хәлдә реанимацияла ята. Уларға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн Өфөнән дә белгестәр саҡырылған.

Иртәнге сәғәт 10-дар тирәһендә беҙҙең дауаханаға аварияла зыян күргән биш бала килтерелде. Улар 11 йәштән 14 йәшкә тиклемге уҡыусылар. Өс бала ауыр хәлдә, ҡалған ике бала уртаса хәлдә тип баһалана.   

Илгиз Таһиров, Сибай ҡала дауаханаһының травматология бүлеге мөдире

Япарһаҙ ауылы балалары фажиғә мәлендә Матрайға мәктәпкә китеп барған булған. Интернат эшләүгә ҡарамаҫтан, улар көн һайын йөрөп уҡыған. Ул һәм ҡыҙҙарын ата-әсәләр сиратлап ташыған.

Билдәле булыуынса, Матрай мәктәбенең үҙ автобусы ла бар. Әммә ул интернатта йәшәүсе балаларҙы дүшәмбе килтереп, аҙна аҙағында ауылдарына килтереп ҡуйған булған. Фажиғәле осраҡ буйынса тикшереү башланған.

Илдар Байбулатов