Башҡортостанда яҙғы ташҡынға әҙерлек дауам итә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ҙур һыуға бәйле ғәҙәттән тыш хәлде үткәреү өсөн зыян күреүселәргә Өфөлә 60 ваҡытлыса йәшәү пункты ойошторолған. Әле белгестәр гидротехник ҡоролмаларҙы тикшереп, һөнәри күнекмәләрҙе үтте. Белгестәр, яҙғы ташҡын менән эшләүсе бөтә ведомстволар ҙа әҙер тип белдерҙе. Ташҡын буйынса фараздар һауа торошонан сығып билдәләнәсәк. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.

Сафтағы ҡотҡарыу ҡоролмаларын ҡарап  сауҙа майҙаны тип уйларға мөмкин. Тик граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре һатыуға түгел, яуаплы сараға йыйылған. Яҙғы ташҡынға бәйле ғәҙәттән тыш хәл менән көрәшергә сыҡҡан белгестәр матди-техник базаның әҙерлегенә һынау үткәрә.

Гидротехник ҡоролмалар тикшерелгәс, хеҙмәткәрҙәр менән һөнәри инструктаж уҙғарылды. Өфөнөң Киров районы  ҡотҡарыусылары менән хәүефле шарттарҙа ҡаралған күнекмәләрҙе үтте.

Ташҡынға әҙерлек сараларының бер өлөшө Өфөнөң Өсөнсө Пристань биләмәһәндә ойошторолдо. Йылға буйындағы урам юлы буйлап йөк машиналары тупраҡ һибеп сыҡты.

Һибелгән тупраҡ кимәле даими тикшерелеп торасаҡ, сөнки ҙур  һыуҙан һаҡлау сараһы ныҡ булырға тейеш.

Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡаралған күнекмәләрҙең бер өлөшө – эвакуация. Ташҡындан зыян күреүселәр ролендә ҡатнашҡан ирекмәндәр исемлек буйынса теркәү үтеп ваҡытлыса йәшәү пунктына юлланды. Баш ҡала буйынса 6500 кешене ҡабул итерлек 60 пункт ойошторолған. Ташҡын бөткәнен көткән граждандарға ҡунаҡхана бүлмәһе бушлай бүленәсәк.

Флорида Ким