Башҡортостан башлығы Хәйбулла һәм Илеш райондарының хакимиәт башлыҡтары менән осрашты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Муниципаль берәмектәрҙәге социаль-иҡтисади хәл, артабанғы үҫеш мөмкинлектәре һәм инвестиция проекттары фекер алышыуҙа сығарылды.

Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов мәҙәниәт һәм мәғариф объекттарының матди-техник базаһын нығытыу тураһында һөйләне. Төбәктә мәктәптәр һәм балалар баҡсаларын ремонтлауға урындағы ҡаҙнанан 50 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

Подольск мәктәбенә капиталь ремонт үткәрелгән. Аҡъярҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө тамамлана. Федераль программалар нигеҙендә социаль объекттар һалыу эше лә йылдам бара.

Осрашыу барышында Радий Хәбиров республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаровҡа «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы нигеҙендә Хәйбулла районында һыу селтәрен яңыртыу, фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөү һәм район үҙәгендә 550 урынлыҡ полилингваль мәктәп төҙөлөшөнә финанс сығымдар бүлеү тураһында күрһәтмә бирҙе.