Беренсе вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов сараны ойоштороу буйынса онлайн кәңәшмәлә ҡатнашты. “Апимондия” халыҡ-ара конгресы киләһе йылда үтә. Ә унан алда быйыл умартасылыҡ мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара симпозиум уҙғарыу ҡарар ителде. Ул беҙҙең илдә “Апимондия” халыҡ-ара конгресы ойошторолоуоның 50 йыллығына арнала. Симпозиумда бал ҡорттары сәләмәтлеге һәм биологияһы, умартасылыҡ иҡтисады, шулай уҡ ялған бал етештереү менән көрәш мәсьәләләре ҡарала.