Башҡортостан Рәсәй Президенты грантына 542 заявка биргән

Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика ил төбәктәре араһында өсөнсө урында. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар 11 йүнәлеш буйынса проекттар тәҡдим иткән. Сәләмәт тормош алып барыуҙы үҫтереү, социаль хеҙмәтләндереү, фән һәм мәғарифҡа ярҙам итеү проекттары иң популяр булған. Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Ғафури һәм Благовещен райондарынан коммерцияға ҡарамаған ойошмалар айырыуса әүҙемлек күрһәткән.