Өфөлә йырсы Денис Майданов башҡорт телендә йырлай

Был шәмбе Ленин исемендәге майҙанда “Табиптарға рәхмәт!” тигән концерт үтә. Унда Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Денис Майданов сығыш яһай. Ул “Йәшлек-шоу” фестивале еңеүсеһе Ришат Рәхимов менән башҡортса йырларға әҙерләнә. Асыҡ һауалағы концерт көндөҙгө берҙә башлана.