Өфө майҙанын киңәйтеү күҙаллана

Баш ҡаланы үҫтереү генпланында шундай проект күрһәтелгән. 2040 йылға  Өфө майҙаны 98 мең ярым гектарға етә. Биләмәне киңәйтеү ҡала янында торлаҡ төҙөлөшөн яҡшыртыу, транспорт мәсьәләһен хәл итеүгә булышлыҡ итә. Әле Өфө майҙаны Мәскәү менән тиң. Ҡалала 1 миллион 140 мең кеше иҫәпләнә. Тағы 200 мең кеше Өфөгә эшкә килеп йөрөй. Улар ҡала янында йәшәй. Киләсәктә ҡала майҙаны ҙурайғас, халыҡ һаны ла арта.