Рәсәйҙә туризм буйынса агенттарҙың берҙәм федераль реестры булдырыла

Ил президенты Владимир Путин ошо хаҡтағы законға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәр рәсми порталында урынлаштырылған. Уға ярашлы, 2022 йылдың 1 ғинуарынан туризм өлкәһендә реестрҙа теркәлгән туристик агенттар ғына эшләй ала.  Реестрға инеү мотлаҡ, ул бушлай ойошторола. Теркәлмәй эшмәкәрлек алып барған агенттар административ яуапҡа тарттырыла. “Рәсәй туризмы” федераль агентлығы етәксеһе Зарина Догузова фекеренсә, был алым илдә туризм йүнәлешен дөрөҫ ойоштороуға булышлыҡ итәсәк.