Өфөлә ял көндәрендә йәрминкәләр уҙғарыла

Унда ауыл хужалығы тауарҙары һатыла. Өфө мэрияһынан хәбәр итеүҙәренсә, сауҙа Интернационал, Беренсе май, Эшсе хәбәрселәр урамдарында һәм Орджоникидзе исемендәге майҙанда ойошторола. Йәрминкәләр иртәнге 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй.