Ҡотҡарыусылар Өфөлә Яр буйы урамында 2 мең литр самаһы зарарлы матдә йыйып алған. Канализация һәм һыу ағыҙыу торбаларын таҙартыу эштәре лә бара. Белгестәр әйтеүенсә, халыҡтың ғүмере һәм сәләмәтлегенә хәүеф янамай.