Башҡортостанда майҙа «Һуғыш балалары» тураһындағы закон ғәмәлгә инә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ҡануни документты бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ҡабул иттте. Хәбәр итеүебеҙсә, парламентҡа был тәҡдимде Республика башлығы Радий Хәбиров индергәйне. Депуттар шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәтенең 2020 йылдағы эшмәкәрлеге буйынса отчет сығышын тыңланы, 30-ға яҡын закон проектын тикшерҙе. Төп темалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова.

2020 йыл Башҡортостан өсөн генә түгел, тотош ил, хатта донъя өсөн һынау осоро булды. Әммә  үткән йылдағы эшмәкәрлекте йомғаҡлап, республика бар кәртәләрҙе уңышлы йырып сыҡты тип әйтергә мөмкин. Йәлеп ителгән инвестициялар күләменең артыуы һәм 366 милиард һумға етеүе оло ҡаҙаныш.

Ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан төҙөлөш күрһәткесе лә төшмәгән, 2 миллион 400 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Социаль тармаҡта, аныҡлап әйткәндә медицина, мәғариф өлкәһендә лә үҫеш күҙәтелә. Ауыр мәлдәрҙә Федераль үҙәктең ярҙамы көслө булды, тине Радий Хәбиров.

Әле республика яйлап ғәҙәти хәленә ҡайта, томош көйләнә тип әйтергә була. Әммә тынысланырға иртәрәк. Сирҙе еңеү өсөн вакцинацияны ойоштороу бурысы тора. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, пандемияға ҡарамаҫтан, республикала социаль өлкәгә иғтибар кәмемәй, былтыр ошо маҡсатта 27 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Матди ярҙамды 1 миллион 800 мең кеше алған.  Был алдағы йыл менән сағыштырғанда, 2, 5 тапҡырға күберәк. Медицина учреждениеларынң эшмәкәрлеген тулыһынса үҙгәртеп ҡорорға тура килә.

Андрей Назаров белдереүенсә, Башҡортостан Хөкүмәте алдында республика иҡтисады менән идара итеү сифатын күтәреү бурысы тора. Бының өсөн бюрократик кәртәләрҙе емереү шарт. Төбәктә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлгән ковид госпиталдәр шуға асыҡ миҫал. Айҙарға һуҙылған процедуралар бер нисә көн эсендә башҡарылды.  Был иҡтисади үҫеш алымы, тине Премьер-министр.

Документҡа ярашлы, был категорияға 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған кешеләр инә. Депутаттар әйтеүенсә, был осорҙа донъяға килгәндәрҙең бала сағы булмай, улар ата-әсәләрен юғалта, дәһшәтле йылдарҙың бар михнәтен үҙ иңендә кисерә.

Башҡортостанда һуғыш балаларының 13 меңе бер ниндәй ташламалар менән дә файҙаланмай. Яңы закон медицина ярҙамы алыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡ биреүҙе, стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына сираттан тыш юллама бүлеүҙе, бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙамды күҙ уңында тота.

Тағы ла бер мөһим закон проекты үҫеп килгән быуындың һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән. Ул  шыйыҡландырылған углеводород газы булған тауарҙарҙы берәмләп һатыуҙы сикләү тураһында.

Ултырышта бөтәһе 30-ға яҡын закон проекты ҡаралды. Улар араһында иҡтисади өлкәгә ҡағылғандары ла, йәмәғәт именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгәндәре лә бар. Депутаттар Хеҙмәт ветераны көнөн булдырырға ла тәҡдим итә. Был датаны йыл һайын 18 ғинуарҙа билдәләү күҙаллана.

Рәмзиә Кәримова