Рәсәйҙә турагентлыҡтарҙың берҙәм федераль реестры барлыҡҡа килә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был туралағы документҡа ил президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Рәсәй туризм агентлығы етәксеһе Зарина Догузова фекеренсә, был тармаҡтың асыҡлығын тәьмин итеүгә сираттағы аҙым.

Бынан ары туристар намыҫлы һатыусынан туристик продукт алыуында шикләнмәйәсәк. Әле ведомство берҙәм федераль реестр булдырыу һәм уның эшен ойоштороу мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Күҙалланыуынса, туроператорҙар турагенттар менән килешеү төҙөү тураһындағы мәғлүмәтте шәхси кабинеттар аша тапшырасаҡ. Турагенттарҙы реестарға индереү бушлай атҡарыла.

Был тармаҡ өсөн бик мөһим закон. Ул 2022 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инә. Яңы закон төп ике мәсьәләне хәл итеү – тармаҡтың асыҡлығын тәьмин итеү һәм халыҡтың туристик бизнесҡа ышанысын арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Туристар путевка алғанда уҡ туроператорҙың намыҫлы булыу-булмауын баһалау мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Зарина Догузова, Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе

Гөлдәриә Йосопова