Өфөнөң Орджоникидзе районы Никольский ауылында йәшәүселәрҙе мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты хеҙмәтләндерә башланы.
"Һаулыҡ" милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған проект сиктәрендә ФАП-та күрше ауыл пациенттары ла ҡабул ителәсәк. Быға тиклем медицина ярҙамын алыу өсөн граждандар Өфөнөң 8-се дауаханаһына йөрөгән. Мобиль фельдшер-акушерлыҡ пункты ауылдар буйлап график буйынса күсеп йөрөйәсәк.
Яңы автобус салоны санитар-гигиена талаптарына ярашлы медицина ҡормалдары менән йыһазландырылған. Мобиль ФАП-та йөклө ҡатындарҙы ҡабул итеү өсөн гинекологик кресло, электрокардиограмма, артериаль ҡан баҫымын, шәкәр һәм гемоглобин миҡдарын үлсәү аппараттары ҡуйылған.
Флорида Ким