Өфөнөң «Башҡортостан сәскәләре» микрорайонында йәшелсә-емеш менән сауҙа иткән һатыу нөктәһе һүтелде.
Был урында ҡышҡыһын сауҙа туҡтап торһа ла, йәй етеү менән тағы тергеҙелә. Урында йәшәүселәр киоск эргәһендәге сүп-сарға һәм туҡтаған машиналарҙан даими тығындар барлыҡҡа килеүенә зарлана. Милекселәр Киров районы хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп, суд ҡарары буйынса сауҙа нөктәһен һүтеүгә ирешә. Бының өсөн Төҙөкләндереү, коммуналь хеҙмәттәр, полиция, сауҙа һәм юридик бүлек эшселәре йәлеп ителә. Киров районы хакимиәте вәкилдәре билдәләүенсә, законһыҙ сауҙа эшмәкәрлеген туҡтатыу буйынса рейдтар ойошторола. Ошо арала ғына Салауат Юлаев, совет майҙандарында, Ағиҙел яры буйында урынлашҡан киосктар ҙа һүтелгән.
Әлфинә Килдейәрова