Башҡортостан ҡабул итәсәк ҙур сара 3 июлдән 10 июлгә тиклем үтер тип көтөлә. Мәҙәни программаға ярашлы, республиканың 35 муниципаль районында махсус майҙансыҡтар эшләйәсәк тип көтөлә.
Урында күргәҙмә-йәрминкәләр, традицион уйындар, кейемдәр парады һәм ҙур концерт үткәреү ҡаралған. Бөгөндән VI Бөтә Донъя фольклориадаһы дирекцияһы яңы форматта эш башлап, мәҙәниәт өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныштыра барасаҡ.
Әйткәндәй, фольклориадаға тиклем ҡалған 100 көнгә арнап бөгөн махсус тәңкә һуғылды. Ул шунда уҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының Дим буйы башҡорттарына хас милли биҙәүесендә урын алды.
Азат Ғәлиуллин