Баш ҡалала республика театрҙары декадаһы тамамланды

Your browser doesn't support HTML5 video.

 Аҙна дауамында барған фестиваль баш ҡала тамашасыһына төрлө жанрҙағы спектаклдәр тәҡдим итте. Салауат башҡорт дәүләт драма театры Ноғман Мусиндың «Ике ир һәм бер ҡатын» повесы буйынса ҡуйылған фантастик төш менән сығыш яһаны. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһының әҫәре драматургия өлкәһендә тәүгә файҙаланылды. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Сәхнә әҫәрендә һөйөү йыры ғына түгел, нәфрәт тә тантана итте. Ғөмүмән, спектакль кешелек сифаттарының бар ҡиммәттәрен һыйҙырған. Улар бер-бер артлы төп геройҙарҙың береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәүфилә Яҡупова аша асыла барҙы.

Тап ҡуйыусы-режиссерҙың уңышы тип әйтергә кәрәк. Спектаклдәге бар деталь дә төплө уйланылған. Шул уҡ яҡтылыҡтың ниндәй ракурстан төшөүе лә әҫәрҙең отошло уйналыуына ныҡлы нигеҙ булып торҙо. Салауат башҡорт дәүләт драма театры өфөлөләр алдында Ноғман Мусиндың повесына нигеҙләнеп ижад ителгән спектакль менән сығыш яһаны. Халыҡ яҙыусыһының ул драматургия өлкәһенә алынған беренсе әҫәре.

Ноғман Мусиндың ниндәй ҙә булһа прозаһын сәхнәләштереү Салауат театрында күптән күтәрелгән. Улар араһында билдәле «Мәңгелек урман» романы ла бар. Һөҙөмтәлә, ижади коллектив «Ике ир һәм бер ҡатын» повесына тотона. Әҫәрҙең Зөһрә Бураҡаева  сценарийын яҙа, режиссер Лиана Ниғмәтуллина сәхнәгә сығара. Яуаплы эш, бер үк ваҡытта ижади төркөм өсөн ҙур тәжрибә лә булып торҙо, ти улар.

Спектаклде һәр кем үҙенсә баһаланы. Күптәр уны Мәскәү кимәленә торошло, республика театрҙары декадаһы сиктәрендә ҡуйылған иң уңышлы сәхнә әҫәре булараҡ таныны. Фантастик төш үҙе лә нескә психологияла һуғарылыуы менән дә тамашасы күңеленә яҡын.

Азат Ғәлиуллин