Башҡортостандың Урал аръяғында баҫыуҙар ҡоролоҡтан ҡотҡарыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында мелиорация мәсьәләһе ҡаралды. Инвестор Әбйәлил, Баймаҡ, Учалы һәм Хәйбулла райондарында 10 меңдән ашыу гектарҙа һуғырыу эшен алып барырға ниәтләй. Бының өсөн 4 миллиард һум йәлеп итеү ҡарала. Радий Хәбиров проектты хуплап ҡабул итте, әммә халыҡ эсәр һыуға ҡытлыҡ кисерергә тейеш түгел тип белдерҙе. Республика Башлығы тейешле эскпертиза үткәрергә ҡушты.