Юл төҙөлөшө туҡымалары етештерелә. Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында бер нисә проект ҡаралды. Иглин районы М-5 “Урал” федераль трассаһында юл яны сервис комплексы төҙөлә. Бында кафе, ҡунаҡхана, автотуҡталҡа һәм техник хеҙмәтләндереү станцияһы, магазин, сауҙа рәттәре була. Өфө районында юл яны кемпингы төҙөлә, ә Белорет, Дүртөйлө райондарында газ яғыулығы тултырыу станцияһы булдырыла. Ултырышта Өфө ҡалаһы янында дренаж геокомпозит етештереү заводы төҙөргә тәҡдим ителде. Был материал юл һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны төҙөлөшөндә киң ҡулланыла. Благовещен районында таш эшкәртеү ойошмаһын асырға ниәтләйҙәр. Инвестор таш ваҡлауҙан ҡалған сеймалды ауыл хужалығында ҡаты тупраҡты йомшартыу өсөн ҡулланырға ла тәҡдим итте. Радий Хәбиров профилле ведомстволарға бөтә проекттарҙы ентекләп өйрәнергә һәм ҡайһы берҙәрен өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерергә ҡушты.