Өфөгә ингән урында ауыр йөк машиналары йөрөшө сикләнә

Ваҡытлыса сара ҡар ирегән мәлдә йыл һайын индерелә. Белгестәр әйтеүенсә, был осорҙа юлдың асфальт ҡатламы ватыла. Әле юл полицияһы хеҙмәткәрҙәре даими эшләй. Ауырлығы норманан артыҡ булған транспорт штраф туҡталҡаһына оҙатыла. Закон боҙоусыларға 500 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.