Башҡортостан Рәсәй Президенты грантына 600-гә яҡын заявка биргән

Был күрһәткес буйынса республика ил төбәктәре араһында өсөнсө урында. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар 11 йүнәлеш буйынса проекттар тәҡдим иткән. Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының ресурстар үҙәге баш белгесе Гүзәл Ҡадирова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Грантҡа тәҡдим ителгән проекттар башлыса  Сәләмәт тормош алып барыу, социаль хеҙмәтләндереү, фән һәм мәғарифҡа ярҙам итеүгә ҡағыла. Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Ғафури һәм Благовещен райондары айырыуса әүҙемлек күрһәткән.