Башҡортостан эпизоотик хәл буйынса Волга буйы федераль округында иң тотороҡло төбәк

Был хаҡта бөгөн Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Максим Увайдов төбәк етәксеһе менән Хөкүмәт йортондағы осрашыуҙа белдерҙе. Ил округтарында африка тағуны, ҡош киҙеүе, ҡотороу кеүек сирҙәр күҙәтелә. Ваҡытында тейешле саралар күрмәгәндә йоғошло сир таралыуы мөмкин. 

«Торатау» Конгресс-холында үткән Волга буйы федераль округы ветеринарҙары форумында төбәктәрҙә эпизоотик хәлде көйләү тураһында һүҙ барҙы. Күләмле йыйылыштың беҙҙә үтеүе осраҡлы түгел. Башҡа региондарға күрһәтерлек эш тәжрибәһе бар. Ауыл хужалығында мал иҫәбе алып барыу буйынса эш 100 процентҡа тиерлек башҡарылған. Был өлкәлә берҙәм мәғлүмәт системаһын федераль кимәлдә ҡулланыу кәрәклеге билдәләнде. 

Дөйөм алғанда, хәл ҡатмарлы һаҡланып килә. Шуға ла округтарҙа комплекслы саралар алып барыу мөһим .Башҡортостанға килгәндә, йоғошло сирҙәр буйынса хәл тотороҡло тип әйтергә мөмкин. Ветеринарҙарҙың ойошҡанлы эшен билдәләп үтергә була, аҡса ла бүленә.

Максим Увайдов, Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары

Республикала Йылайыр һәм Благовар районында әле ҡотороу сиренә бәйле карантин иғлан ителгән. Йоғошло сир сик аша бер төндә лә үтеп инеүе ихтимал. Ҡырағай хайуандар, бигерәк тә ҡабан сусҡалары африка тағунын таратыу хәүефе менән янай. Мәҫәлән, ҡабандарҙа был сир республиканан ун саҡрым ғына алыҫлыҡта теркәлһә, былтыр Башҡортостан сигенән биш саҡырым Татарстанда ҡош киҙеүе күҙәтелде.

Сир арҡаһында тотош ферма малдары һәм ҡоштар юҡҡа сығарыла. Әле ҡабан сусҡаһына һунарсылыҡ хужалыҡтарында юлламаларҙың хаҡы өс тапҡыр төшөрөлгән. Аграр предприятиеларҙан уларҙы ситкә алып китеү буйынса эш алып барыла.

Рәмилә Исмәғилева