Етем ҡыҙға торлаҡты нисә йыл көтөргә?

Иглин районында йәшәүсе Наталья Исаева Байкал аръяғы крайынан күсеп килә. Етем бала кеүек, торлаҡ алыу исемлегендә торған ҡатын Башҡортостанға килгәс тә, законға ярашлы фатир алыу сиратына баҫыр өсөн төрлө инстанцияларҙы үтергә мәжбүр була. Тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

28 йәшлек Наталья Исаева, бала саҡта ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡала. Байкал аръяғы крайында тыуып-үҫкән ҡатын 2015 йылда Башҡортостанға күсә. Шул ваҡыттан алып дәүләт органдары менән закон буйынса тәғәйен торлаҡ алыу өсөн көрәшә. Республиканың Юғары судына мөрәжәғәт итә, унан зыян күреүсегә ыңғай ҡарар сығарыла. Ләкин һаман Наталья биш йәшлек ҡыҙы менән бергә Иглин районында ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәргә мәжбүр.

Ҡуртымға алынған торлаҡта йәшәгәс, эш хаҡының күбеһе фатирға түләү өсөн китә. Балаға берәй нәмә алырға, йәки барып килергә кәрәк булһа тағын аҡса кәрәк. Финанстар барыбер етмәй.

Наталья Исаева

Наталья әйтеүенсә, ипотека алыу ҙа мөмкин түгел. Торлаҡ өсөн кредит юллаған осраҡта, етем ҡалған ҡатын шунда уҡ дәүләттән фатир алыу исемлегенән төшөп ҡаласаҡ. Наталья Исаеваның мәсьәләһе тураһында Иглин районы хакимиәте хәбәрҙар.

Иглин районы хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, етем балалар исемлегендә 126 кеше иҫәпләнә. Наталья Исаева был сиратта 103-сө булып яҙылған. Алдан күҙаллау буйынса улар 2021-2024 йылдарҙа суд ҡарарына ярашлы торлаҡ менән тәьмин ителәсәк, тине хакимиәт вәкилдәре.

Әлфинә Килдейәрова