Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала «Рәсәй һәм донъя практикаһында бушлай юридик ярҙам» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо.
Башҡорт дәүләт университетының хоҡуҡ институты, Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе ярҙамында үткән сарала Һиндостан менән Рәсәй өлгөһөндә социаль ҡатламдарға бушлай юридик хеҙмәттәр күрһәтеү тәжрибәһе барланды. Хоҡуҡи өлкәлә бушлай онлайн консультациялар менән мөмкинлектәре сикләнгән граждандар, өлкән быуын вәкилдәре, аҙ тәьмин ителгән граждандар файҙалана ала.
Гүзәл Борханова