112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына арналған библиографик белешмә ай башында донъя күргәйне. Китап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең берҙәм эш һөҙөмтәһе булып тора.
Йыйынтыҡта барлығы 2700 самаһы биографик белешмә һәм 200-ҙән ашыу фотоһүрәт тупланған. Китаптың исем туйына Шайморатовсылар вариҫтары ла махсус саҡырылды. Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индергән ата-олаталары, өләсәләре тураһында бәйән итте.
Шайморатовсылар тураһындағы белешмәлә легендар дивизия составында хеҙмәт иткән һалдат һәм офицерҙар биографияһы аша уның шанлы хәрби юлы тергеҙелә. Был эшкә күп көс һалынған, әммә барлыҡ яугирҙарҙың да исеме асыҡланмаған. Шуға ла проекттың артабан да дауамы буласағына ышана ойоштороусылар.
Азат Ғәлиуллин