Имәндәштәр иманда. Ғафури районы ауылында йәшәүселәр быйыл Ҡорбан ғәйетен яңы мәсеттә ҡаршыларға ниәтләй. Иман йорто урындағы халыҡ көсө ярҙамында төҙөлә. Әйткәндәй, Имәндәштә мәсет бынан бер быуат самаһы элек булған.
Яҙ үҙ хакимлығына инеп өлгөрмәгән, ә мәсет төҙөлөшө йәнләнгән. Яуаплы эш Имәндәш ауылында йәшәүсе Әлфир Түзбәковҡа ышанып тапшырылған. Ул эргә-тирәлә балта оҫтаһы булараҡ билдәле.
Имәндәш ауылында мәсеткә ике йыл элек нигеҙ һалына. Былтыр пандемияға бәйле, эш туҡтап ҡала. Шулай ҙа төҙөлөшкә иғәнә индереүселәр туҡтамай. Бөгөн дә ярҙам итергә теләүселәр бар. Ауыл халҡының теләге бер бер быуат элек булған мәсет тарихын яңынан тергеҙеү, манара күтәреү.
Изге йорт быйыл Ҡорбан ғәйетендә асылыр тип көтөлә. Әле тамамлайһы эштәр ҙә етерлек. Шуға ла ауылдаштар Ғафуриҙан сыҡҡан яҡташтарына, шулай уҡ иман йорто төҙөлөшөнә битараф булмаусыларға өмөт бағлап ҡала. Иғәнә өсөн реквизиттар экранда күрһәтелгән.
4817 7602 3660 0783, САЛАУАТ ҒӘББӘС УЛЫ
Азат Ғәлиуллин