Өфө ҡалаһында йәшәүсе ун етем торлаҡлы булды

Күптән көтөлгән шатлыҡ. Өфө ҡалаһында йәшәүсе ун етем торлаҡлы булды. Бөгөн Кузнецов Затоны биҫтәһендәге йорттан фатир асҡыстарын уларға Радий Хәбиров тапшырҙы. Быйыл Өфөлә ике йөҙ етем фатирлы булыр тип көтөлә. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Улар өсөн был иң сағыу һәм йылы иртә тиергә мөмкин. Сөнки күптән көтөлгән шатлыҡлы тантана. Өфөлә йәшәүсе ун етем Башҡортостан башлығы ҡулынан фатир асҡыстары алды. Социаль торлаҡ Өфөнөң Кузнецов Затонындағы Назар Нәжми һәм Мәғрифәт урамдарындағы йорттарҙа.

Етемдәргә бушлай бирелә торған торлаҡҡа сират ҙур, беҙгә төҙөргә лә төҙөргә кәрәк, тине төбәк етәксеһе. Асҡыс тапшырғандан һуң Радий Хәбиров фатирҙарҙы инеп ҡарап сыҡты.

Альбинаны бала саҡтан яҙмыш иркәләмәгән. Ҡустыһы менән балалар йортона эләккәндәр. Ата-әсәһен ерләгән. Патронат ғаиләлә тәрбиә алырға тура килгән. Етемдәргә бирелә торған торлаҡты юллау ҙа суд аша эшләнгән. Биш йыл тигәндә, ниһайәт бөгөн ул үҙенә тәғәйен фатирҙың ишеген асып инде.

Икмәк бешереүсе булып эшләгән ҡыҙ яңы урынға яңғыҙы ғына күсмәй. Тормош иптәше менән улар өй йыһаздарын нисек урынлаштырырға, ҡайҙан һатып алырға ла уйлап ҡуйған. Сөнки бығаса ҡыҫынҡы ғына ятаҡхана бүлмәһендә йәшәгәндәр.

 Фатирҙы ҡарап сыҡҡас ул шунда уҡ ҡунаҡҡа барып килергә лә өлгөрҙө. Бер үк йорттан ҡустыһы Артур ҙа  фатир алды. Бер туғандар үҙҙәре шулай теләгән. Ҡайғыла ла, шатлыҡта ла һәр ваҡыт бергә булырға.  Артур тиҙ ярҙам хеҙмәтендә эшләй. 

Беҙ балалар йортонда үҫкәндә лә мин апайымды гел яҡлап йөрөттөм. Йәш араларыбыҙ бер йыл ғына. Әммә мин үҙемде яуаплы тоям. Күрше булып йәшәргә теләгәнде белгәс, һайлау мөмкинлеге бирелде. 

Артур Мирғәлиев, фатир алыусы  

Фатирҙар бөгөндән күсеп йәшәрлек. Йәштәр өсөн төрлө инстанциялар буйлап йүгереүҙәр артта ҡалған. Яңы йортта өй туйлау мәшәҡәттәре генә көтә. Биҫтәлә быйыл балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыла, шулай уҡ мәктәп төҙөләсәк.

Рәмилә Исмәғилева