Өфө художество-гуманитар колледжы йәштәргә һөнәри күтәрелештә киң мөмкинлектәр аса

World Skills Рәсәй конкурсы финалына үтеүсе, «Йәш  һәләттәр-2017 «Бөтә Рәсәй конкурсында призлы урын яулаған Анастасия Данилова ювелир һөнәре буйынса үҙ эшен асҡан. Халыҡ сәнғәтен серҙәрен белеүсе ювелирҙың оҫталыҡ дәрестәрен дә менән беҙҙең ижади төркөм дә ҡатнашты. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Өфө художество-гуманитар колледжы студенттары теоретик дәрестәр тамамланыу менән ошо ыҡсым оҫтаханаға ашыға. Ҡыҙҙар үҙ ҡулдары менән эшләгән балдаҡтарҙы был өлкөлө ярайһы тәжрибә тупларға өлгөргән Анастасия Даниловаға күрһәтә.

Дамир Ғарипов атаҡлы мәғдәнселәр, таш һәм металл эшкәртеү менән дан алған Учалы районынан. Өфө художество-гуманитар колледжының 1-cе курс студенты металлды яндырыу, төҙәйтеү һәм  шымартыу буйынса күнекмәләрҙе Анастасия Данилова етәкселегендә башҡара.

Анастасия Даниловала минең практик күнекмәләр аҡһаған тимерҙе ҡыҙҙырыу, рихтовкалау, шымартыу өлкәһендә оҫталыҡ дәрестәре алам. Рәсәй кимәлендә ювелир юше буйынса ярыштарҙа уңыш ҡаҙанған оҫтанан тәжрибә уртаҡлашыу миңә ышаныс бирә.

Дамир Ғарипов, Өфө художество-гуманитар колледжының 1-се курс студенты

Анастасия Данилова Мәскәүҙә World Skills Рәсәй ярыштарының һайлап алыу турына үтә. Һуңынан ил күләмендә үткәрелгән һөнәри конкустарҙың береһен дә  ҡалдырмай.»Йәш һәләттәр»-2017 бөтә Рәсәй конкурсында халыҡ традицияларын һаҡлаусы булараҡ ювелир эштәре менән өсөнсө урын яулай. 

Абруйлы конкурстарҙа ҡатнашыу ювелир эшендә һөнәри тәжрибәмде һәм үҙемә ышанысымды арттырҙы. Күптән үҙ эшемде асыу теләге менән яна инем. Был эш ювелир каталогтарынан эйәрмәй ижад итергә киң мөмкинлектәр аса.

Анастасия Данилова, Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе, ювелир

Ювелир эшендә көмөш бысыу һәм төрлө фигуралар эшләү өсөн тыңлаусан металл һанала. Үҙебеҙгә кәрәкле фигураны ҡырҡыу өсөн беҙ бысҡыны 90 градус перпендикуляр рәүештә урынлаштырабыҙ, бысҡы хәрәкәтһеҙ ҡала, ә фигураны үҙебеҙгә кәрәгенсә йөрөтөп торороға тейешбеҙ.

Динар Динекәев та был оҫтаханала бөгөн өйрәнсек ролендә. Шәхси мастерскойҙа эшләгән ювлир оҫталыҡ дәрестәре хаҡында социаль селтәрҙәр аша белгән.

Оҫталыҡ дәресендә балдаҡ эшләү нигеҙҙәрен өйрәндем. Тәү ҡарашҡа бик ябай ғына күренгән эштең ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булыуын аңланым.

Динар Динекәйев, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыусы

Ювелир эше буйынса Бөтә Рәсәй конкурстарында сынығыу алған Анастасия Данилова ирешелгән уңыштар менән генә туҡтап ҡалырға теләмәй. Киләсәктә яңы ҡауышҡан йәш парҙар өсөн мөхәббәт һәм тоғролоҡ символы булған балдаҡтарҙы эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрергә ниәтләй.

Гүзәл Борханова