Баймаҡ районында мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған спартакиада йөҙ ҙә иллегә яҡын уҡытыусыһын спорт майҙанына йыйҙы. Спорт байрамынан киләһе репортаж.
Бөгөнгө йәшәйеш хәҙерге заман кешеһенән үҙ сәләмәтлегенә иғтибарлы булыуҙы талап итә. Ошо ябай ғына хәҡиҡәтте педагогтар үтәргә тырыша. Шуға ла йылдан йыл спорт хәрәкәтенә ҡушылыусы уҡытыусылар һаны арта бара. Күсей мәктәбе директоры Ҡунаҡбай Уйылданов оҫта теннис уйнаусы. Мәктәп коллективығын ғына түгел, ә балаларҙы ла спортҡа йәлеп итергә тырыша.
Спартакиадала педагогтар саңғыла, йөҙөү буйынса, шахматта һәм волейболда үҙ көстәрен һынаны. Математиктар һәм филолгтар, физиктар һәм химиктар үҙ майҙансыҡтарында көслө алыш алып барҙы. Айырыуса, команда уйындары ҡыҙыу булды
«Һаулыҡ» спартакиадаһында Аҡморон, Ниғәмәт, Йылайыр, Иҫке Сибай һәм Темәс зоналарынан командалар ярышты. Сәләмәт тормош алып барыу рәүешен тап уҡытыусылар алып барыуы үҫеп килгән быуынға үрнәк булып тора.
Әлфиә Хәмитова