Ошо айҡанлы Өфөлә тантаналы сара уҙҙы.
Рәсәй милли гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге Өфө отряды генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Состав был юғары исемгә тап төшөрмәй, тәртип һәм именлекте тәьмин итеүгә лайыҡлы өлөш индерә, террорға ҡаршы көрәш, стратегик объекттарҙы һаҡлау буйынса ҙур эш алып бара.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, отрядта профессиональ яҡтан юғары әҙерлекле, һайлаған һөнәренә тоғро, ҡыйыу, ҡаһарман ир-егеттәр хеҙмәт итә. Ҡатмарлы проблемаларҙы хәл итеүҙә һеҙҙең өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ, тине Республика башлығы.
Башҡортостан башлығы махсус тәғәйенләнештәге Өфө отряды әҙерләгән күргәҙмәне лә ҡарап сыҡты. Бында заманса техника һәм ҡорал өлгөләре ҡуйылған. Составта хеҙмәт итеүселәр именлек һағында тороуҙан тыш, йыш ҡына ҡыҙыу нөктәләрҙә лә була. Тантанала хәрбиҙәрҙең хеҙмәте юғары дәүләт наградалары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Мобиль отряд командиры урынбаҫары Нәзим Ғаязовҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды. Бар ғүмерен хәрби хеҙмәткә бағышлаған яҡташыбыҙ әйтеүенсә, уға Төньяҡ Кавказда ғына 14 тапҡыр командировкала булырға тура килгән. Милли гвардияла осраҡлы кешеләр юҡ, бында хеҙмәт итеү өсөн батырлыҡ та, илһөйәрлек тә, физик әҙерлек тә кәрәк, ти ул.
Рәмзиә Кәримова