Иртәрәк тынысландыҡ. Радий Хәбиров коронавирусҡа иғтибарҙы көсәйтергә ҡушты. Республика етәксеһе әйтеүенсә, медицина учреждениеларында сиргә ҡарата мөнәсәбәт һүлпәнәйҙе. Ә ковид йоҡтороусылар һаны һаман да кәмемәй. Дауаханаларҙа ауырыусылар ҡапыл артыуына юл ҡуйырға ярамай, тине Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә.
Төбәк башлығы халыҡ араһында ла коронавирусҡа ҡаршы көрәште йәнләндерергә ҡушты. Әле Башҡортостанда дөйөм алғанда, ковид йоҡтороусылар кәмей төшкән. Әммә сит илдәрә күҙәтелгән ваҡиғалар борсоуға һала, тине Радий Хәбиров. Ҡайһы бер илдәрҙә пандемияның өсөнсө тулҡыны башланып тора һәм улар тулыһынса ябыла. Беҙгә лә был хәлдәрҙе сикләү өсөн барлыҡ саралар күрелергә тейеш, тине республика етәксеһе.
Шул уҡ ваҡытта вакцинациялауҙы ҙа әүҙемләштереү мөһим. Башҡортостан 8400 сираттағы партия Гам Ковид Вак препараты алды. Әле республикала тәүге вакцина эшләтеүселәр 118 меңдән ашҡан. Икенсе компонентын 76 мең кеше яһатҡан. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, айырыуса опера һәм балет театры бинаһында ойошторолған мобиль вакцинациялау пункты яҡшы һөҙөмтә биргән.