90-лар быуыны, Z быуыны, пепси, нехт

Ниндәй генә быуындарға бүленмәй хәҙерге йәштәр. Хәҙер был социаль төркөмдөң тағы бер быуыны барлыҡҡа килде. Covid generation. Йәғни хәҙерге пандемия шарттарына яраҡлашҡан йәштәр. Дистанцион уҡыу һәм зум аша сығарылыш кисәләре. Виртуаль осрашыуҙар, онлайн хеҙмәт.

Йәштәр, өлкәндәрҙән айырмалы, коронавирустың ҡунаҡ түгеллеген һәм беҙҙең менән мәңгелеккә ҡалырына күнеп йәшәү рәүешен дә үҙгәртә башланы күрәһең. Ә бына өлкәндәр оҙаҡламай барыһы ла үҙ урынына ҡайтырын һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә почтаға, икмәк артынан кибеткә йөрөй алырҙарына ышана. Ковид быуын ҡотолғоһоҙ ысынбарлыҡмы, әллә бер ни ваҡыттан вотсап аша байрам ойоштороп ултырған замандарҙы көлөп кенә иҫкә алырбыҙмы? Ковид дженерейшн йәштәре менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова аралашты.

Ковид быуыны, йәғни заман йәштәре ниндәй проблемаларға дусар була? Теүәл бер йыл элек Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда Ковид-19 сирен таратмау өсөн тәүге саралар күрелә башланы. Уларҙың иң мөһиме, әлбиттә, үҙизоляция режимы. Балалар баҡсалары ябылды, уҡыусылар һәм студенттар өйҙән уҡыны. Абитуриенттар онлайн сығарылыш үткәреп, шулай уҡ онлайн ҡабул итеү кампанияһын үтте. Ғөмүмән, бөтә донъя виртуаль киңлеккә күсте. Бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәгән кеүек, пандемия ла йәштәргә үҙ йоғонтоһон яһай.

Нияз, Сыңғыҙ һәм Наҙгөл. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының беренсе курс студенттары. Нәҡ улар, төбәктең башҡа 18 меңдән ашыу сығарылыш синыф уҡыусылары кеүек, дистанцион дәрес, һуңғы ҡыңғырау, имтихан тапшырыу, уҡыу йортона инеү кеүек онлайн режимды үҙ иңендә кисерә.

Юғары иҡтисад мәктәбе белгестәре тикшеренеүҙәренән билдәле булыуынса, әлеге уңайһыҙ һәм сәйер күренгән тәжрибә, бер нисә йыл эсендә күнеккән ысынбарлыҡҡа әйләнеүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта Digital быуыны өсөн Зум үҙенсәлекле хәтирә кеүек кенә ҡалыуы ла мөмкин. Наҙгөл Миңлебаева буласаҡ уҡытыусы. Уның һүҙҙәренсә, төрлө ысулдарҙа эшләй белеү – ауырлыҡ тыуҙырмаясаҡ.

Интернет платформаларын үҙләштереп кескәйҙәрҙең күңелен асыу. 10 йыл тирәһе аниматор булып эшләгән Тимур изоляция тәртибен һаҡлау маҡсатында сараларҙы дистанцион үткәрә башлай. Виртуаль селтәрҙә сәйәхәт ҡылыу, байрамдарҙы ла гаджеттар аша үткәреү - үҫеп килгән быуынға йоғонто яһай. Балалар үҙ тормошон телефонһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай.

Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, үҫмерҙәрҙең ғәҙәттәре алмаша: телевизор – уйын-көлкө үҙәгенә әйләнә, үҙизоляция осоронда балалар һуңыраҡ уяна башлай, туҡланыу режимы ла үҙгәрә. Пандемия осорон кисергән йәштәрҙән яңы Covid generation быуыны формалаша. Тап улар онлайн-уҡытыу, изоляцияға бәйле стресс, килемдәрҙе юғалтыу кеүек мәсьәләләргә юлыға.

Аңлашыла, яңы быуынды тарихи күҙлектән анализлау аныҡ билдәләмә бирәсәк. Әлегә беҙ – ваҡиғалар үҙәгендә торабыҙ, артабан нимә булырын бер кем дә әйтә алмай. Ләкин тәүге проблемалар менән әле үк осрашабыҙ. Иң ауыры мәктәпте тамамлап, киләсәгеңде һайлау алдында торған абитуриенттарға булғандыр.

Виртуаль киңлектәрҙә аралашыу үҫешә. Онлайн-коммуникациялар ҡушымталарын сығарыусылар быны яҡшы аңлап, платформаларҙы заманлаштыра, уларға ысынбарлыҡ элементтарын өҫтәй. Мәҫәлән, әле үк фонды үҙгәртеү, онлайн-конференция барышында “ҡул күтәреү” кеүек мөмкинлектәр булдырылған. Барыһы ла экран менән һөйләшеү тойғоһон кәметеү өсөн. Яңы Covid generation быуыны үҫеү менән нимәләр үҙгәрер? Иҡтисад ни хәлдә булыр, ә мәғариф өлкәһе менән хеҙмәт баҙары үҙен нисек тойор? Әле аныҡ ҡына фараз яһау мөмкин түгел.

Бар кешелек яңы реалийҙарға күсергә мәжбүр, был үҙ сиратында үҫешкә лә этәргес була, ти белгестәр. Ләкин әлеге мәсьәләгә юлыҡҡан йәштәр, һис шикһеҙ, иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел. 

Әлфинә Килдейәрова