Һуғыш урлаған бала саҡ... Аҙна яңылыҡтары

Уларҙың бала сағы теүәл 1941 йылдың 22 июнендә өҙөлә Ҡәһәрле һуғыш уларҙың яҡты һәм шатлыҡҡа күмелгән балалыҡ йылдарын тартып ала. Күҙ асып йомғансы быуындары нығынып та өлгөрмәгән үҫмерҙәр өлкән ағай-апайҙарға әйләнә. Ололар менән бер рәттән ауыр эшкә тотона. Аяныслы, ас-яланғас, һуғыш уты менән өткөләнгән тормош юлы үткән балалар беҙҙең олатай-өләсәйҙәр быуыны. Улар һуғыш балалары.

Әлегә тиклем Бөйөк ватан һуғышы йылдарында унан һуң тыуған балаларға тейешле иғтибар булманы ла тиерлек. Башҡортостан парламенты был етешһеҙлекте бөтөрөү өсөн закон өҫтөндә эшләй. Һуғыш балаларына махсус статус, өҫтәмә ташламалар әҙерләнә. Был ярҙамға Башҡортостанда 189 мең кеше дәғүә итә ала. Кемдәр был исемлеккә инәсәк? БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажында аныҡлана.

Уйынсыҡ машинала уйнар сағында уға трактор менән идара итергә тура килә. Белорет районы Сермән ауылы аҡһаҡалы Мәхмүт Бикбаев 4-се класты тамамлағандан һуң колхозға эшкә сыға. Атайҙар фронтҡа алынып, хужалыҡта ирҙәр ҡалмау сәбәпле кескәй Мәхмүтте бригадир итеп тәғәйенләйҙәр.

 Колхозда башлыса ҡатын-ҡыҙҙар. Үҫмер малайҙарға фронттағы ағай- атайҙарының эшен башҡарырға тура килә. Ауыр йылдар иҫкә төшкәндә ветеран күҙ йәштәрен тыя алмай.

Мәхмүт Бикбаевтың ҡорҙашы Хәҙис Шәғәлинға ла һуғыш йылдарында уҡыуҙы онотоп торорға тура килә. Техникаға әүәҫ малай башта тимерлектә эшләй, артабан токарь һөнәрен үҙләштерә. 13 йәшенән хеҙмәт стажын башлай. Ауыр эш кенә түгел, аслыҡ һәм яланғаслыҡ та бәкәлгә һуҡты. Башаҡ сүпләп, ашарға яраҡлы үләндәрҙе йыйып ҡына иҫән ҡалдыҡ, – ти ветерандар.

Мәсетле районы ҡыҙы Фәниә Әсәҙуллина ла бала сағында ауырлыҡтарҙы күп күрә. Әле лә тыуған ауылыма ҡайтһам ашарға яраҡлы үлән биргәне өсөн тауыма, балығы өсөн Әй йылғаһына, еләге өсөн урманға баш эйәм, – ти хөрмәтле ветеран. Еңеү көнөндә таратылған печенье тәмен һаман да хәтерләй. Ул ваҡытта донъялағы иң татлы ризыҡ кеүек тойолған, тәмлекәс аслыҡ, яланғаслыҡ аша үтеп, бәләкәй ҡыҙҙы белем алырға әйҙәй. Фәниә Ҡазыхан ҡыҙы юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң 50 йылдан ашыу республиканың мәғариф өлкәһендә эшләй.

Аслыҡ, яланғаслыҡ, һуғыш осороноң башҡа михнәттәренә ҡарамаҫтан, балаларҙың көсө менән тылда завод фабрикалар эшләй, фронт өҙөклөкһөҙ аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителә. Тылдағы батырлыҡ онотолмаһа ла, дәүләт кимәлендә әлегә тиклем тейешле иғтибар бирелмәне. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йылллығы яҡынлашҡанда, ниһәйәт, бала сағын һуғыш урлаған быуынға ла сират етте.

«Һуғыш балалары» тураһындағы закон проекты «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлексәһе депутаттары тарафынан тәҡдим ителде. Документҡа ярашлы, был категорияға айырым статус бирелә. Уға 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған кешеләр инә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, был осорҙа донъяға килгәндәрҙең бала сағы булмай, улар ата-әсәләрен юғалта, дәһшәтле йылдарҙың бар михнәттәрен тоя. 

Башҡортостанда һуғыш балаларының һаны 189 меңдән ашыу. Уларҙың 13 меңе ташламалар менән бөтөнләй файҙаланмай. Яңы закон медицина ярҙамы алыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡ биреүҙе, стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына сираттан тыш юллама бүлеүҙе,  бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙамды күҙ уңында тота.

Бөтәһе лә фронт, бөтәһе лә еңеү өсөн.Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы был ҡанатлы һүҙҙәр күптәрҙең тормош девизына әйләнде. Һуғыш балалары артабан илде тергеҙеүгә, иҡтисадтты аяҡҡа баҫтырыу өсөн ҙур көс һала. Бөгөн илебеҙҙең донъя аренаһында тотҡан урыны ла тап уларҙың хеҙмәт фиҙаҡәрлеге емеше. Шуға ла һуғыш балалары статусын закон менән нығытыу, йәш быуындың ололарға ҡарата тәрән ихтирамы һәм хөрмәтенең бәләкәй генә сағылышы.

Рафиҡ Әхмәтшин