Башҡортостан ауыл хужалығы тауарҙары етештереү буйынса илдә 6-сы урында

Статистика хеҙмәте уҙған йыл һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Беҙҙең республика бал һәм һөт етештереү, шулай уҡ йылҡы малы һаны буйынса икенсе урында. Былтыр ауыл хужалығында 190 миллиард һумлыҡ тауар етештерелгән.