Ир-егеттәр командалары араһында Суперлигала плей-офф барышында “Урал” волейбол клубы Новосибирскиҙан “Локомотив” менән осрашты. Кисә Өфөлә үткән уйын “Локомотив” командаһы файҙаһына 3-2 иҫәбенә тамамланды. Тәүге осрашыуҙа ла Новосибирск волейболсылары көслөрәк булғайны. Шулай итеп, серияла 0-2 иҫәбенә отолоп, “Урал” чемпионат миҙалдары өсөн көрәштән төшөп ҡалды.