Башҡортостанда эш эҙләгән һәр кем яңы һөнәргә эйә була ала

Бының өсөн белем биреү сертификаты тапшырыла. Уның хаҡы 10 мең һумға баһалана. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сертификатҡа эйә булыу өсөн халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә иҫәптә торорға кәрәк. Заявканы электрон тәртиптә лә ебәрергә була.