Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары закон проекты әҙерләй. Уға ярашлы, туристик объекттар һәм маршруттарға рәсми статус бирелә. Бындай урында хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барыу тыйыла. Быға тиклем Белорет районы Ирәкташ һыртында ағас ҡырҡылды. Туристар яратҡан тәбиғәт ҡомартҡыһына зыян килтерелде.