Трамплиндан һикереү буйынса 12-14 йәшлектәр араһында турнир Красноярскиҙа үтте. Беҙҙең республиканан 7 спортсы ҡатнашты. Команда өс алтын һәм бер көмөш миҙалға эйә булды. Республика өсөн Анастасия Белякова, Алена Богданова һәм Аҡмал Ғималетдинов сығыш яһаны.