Май айында өс байрамға бәйле өҫтәмә ял көндәре була

1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май – Еңеү көнө билдәләнә. 13 май иһә Ураҙа байрамы. Ошоға бәйле, 1, 2, 3 һәм 8, 9 , 10, 13 май байрам һәм ял көндәре була. 30 апрелдә һәм 12 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Хеҙмәт Кодексына ярашлы, 1, 9 һәм 13 май йыллыҡ ял алғанда уның календарь көндәренә индерелмәй.