Башҡортостан егеттәре хәрби хеҙмәткә яуаплы ҡарай

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Ҡораллы көстәре генераль штабының баш ойоштороу-мобилизация идаралығы начальнигы урынбаҫары, Рәсәй Геройы, генерал-лейтенант Дмитрий Касперович менән осрашты. Ул Генераль штабтың Үҙәк конкурс комиссияһын етәкләй. Дмитрий Касперович бөгөндән 31 мартҡа тиклем профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре менән хәрби хеҙмәткә иң яҡшы әҙерлек конкурсты сиктәрендә төбәктәге эш барышын тикшерә. Башҡортостан былтыр Үҙәк хәрби округҡа ингән 29 төбәк араһында хәрби хеҙмәткә саҡрыу буйынса иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Хәҙер республика федераль конкурста еңеүгә дәғүә итә.