Башҡортостан коллективы “Театраль Волга буйы” фестивалендә тәүге өс еңеүсе араһында. Бәләбәйҙән “Браво” йәштәр театр-студияһы өсөнсө урынға лайыҡ булды. Афишалар конкурсында иһә Өфөнән Яна Яблокованың эше баһаланды. Уға өсөнсө урын бирелде. Балалар коллективтары араһында республика данын Салауат ҡалаһынан “Арлекин” өлгөлө театр-студияһы яҡланы.