Башҡортостанда коронавирус ҡорбандары арта

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлектә сирҙән 4 кеше вафат булған.  Уҙған тәүлектә 110 кешелә йоғошло инфекция асыҡланған, 126 пациент һауыҡҡан.  Стационарҙа 265 кеше дауалана, 26 пациенттың хәле  ауыр тип баһалана, 6-һы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.