Спортсы һәм блогер Рөстәм Нәбиев хаҡында документаль фильм проекты әҙерләнә

Картинаны быйыл яҙ  Эльбрус тауында төшөрөү планлаштырыла. “Рөстәмдең тормошо ихтирамға лайыҡ. Уны мөмкинлеге сикле кеше итеп түгел, ә спортсы,  альпинист булараҡ асырға теләйем”, тип белдергән фильмдың предюсеры Лариса Олейник.  Рөстәм Нәбиев 2020 йылдың сентәбрендә 6 мең 220 метр бейеклегендәге Эльбрус тауын яуланы. Ул унда ҡулдары менән боҙ балтаһы ярҙамында күтәрелде.