Башҡортостанда Урал аръяғы агломерацияһын булдырыу мәсьәләһе ҡарала

Республика иҡтисадты үҫтереү һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова билдәләүенсә, ул инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуҙа, ҡала һәм ауыл биләмәләрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Урында йәшәүселәрҙең тормошон яҡшыртыу маҡсат итеп ҡуйыла: яңы эш урындары булдырыла, белем биреү, медицина сифаты яҡшыра, ял итеү үҙәктәре төҙөлә.