Республиканың йәш спортсылары рус шашкаһы буйынса яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Һамар өлкәһендә 9, 11 һәм 14 йәштәгеләр араһында Рәсәй беренселеге бара. Унда илдең 26 төбәгенән 200-ҙән ашыу шашкасы ҡатнаша. Бәйгелә 9 йәшкә тиклемге спортсылар араһында Баймаҡтан Самира Хәсәнова алтын миҙалға лайыҡ булды. Илдар Ғиләжев 3-сө һөҙөмтә күрһәтеп, бронза миҙал яуланы.