Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Мехроб Назаров уникаль инвалид креслоһының Ф-1 тип аталған прототибын йыя. Еңел конструкция сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә әүҙем тормош алып барырға һәм тигеҙ булмаған юлда ла йөрөү мөмкинлеген бирә. Яңы коляска уйлап табыусы хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова таныштыра.
2015 йылға тиклем Мехроб Назаров профессиональ көрәш спорты менән шөғөлләнә,әммә ярыш барышында уңайһыҙ йығылғандан һуң, муйын умыртҡаһының һөйәге һына. Тап ошо осраҡтан һуң уның тормошо үҙен яңынан әүҙем томошҡа ҡайтарыу өсөн көрәшкә әүерелә. Әлегә егеткә инвалид коляскаһы ярҙамында хәрәкәтләнергә тура килә. Уңайлы булһын өсөн үҙ көсө менән функциональ коляска конструкциялай.
Дюралюминийҙан ортопедик креслолы колясканы һәр кемдең кәүҙәһенә ҡарап яйларға мөмкин. Хатта ҡул кимәленә ҡарап, бейеклекте көйләй алаһың. Транспортировкалағанда ла тиҙ генә йыйыла. Ауырлығы ни бары 11килограмм тәшкил итә. Таныш конструкторҙары Мехробҡа һыҙмалар әҙерләргә ярҙам иткән.
Конкуренттар ҡуллана алмаһын өсөн БЮТ хәбәрселәренә һыҙмаларҙы яҡындан төшөрмәҫкә тәҡдим иттеләр. Ф-1 коляскаһы баҙарҙа ысын мәғәнәһендә ғорурлыҡ тойғолары уятырға тейеш, ти уны уйлап табыусылар. Әлегә дөйөм хаҡы тулыһынса иҫәпләнмәгән, ә европа аналогтары 200-300 мең һум самаһы. Тест экземплярына студенттар үҙ көсө менән аҡса йыйған.
Техник юғары уҡыу йорто студенттарына Ишембай машина төҙөү заводы ла ярҙам ҡулы һуҙа. Беренсе өлгө тап ошо завод майҙанында йыйыласаҡ та инде. Мехроб та ауыр йәрәхәттәр алыуында бер кемде лә ғәйепләмәй. Тап ошо күңелһеҙ осраҡ уға инвалид креслоһының бар уңайһыҙлыҡтарын үҙ иңдәрендә татырға һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн ғүмере буйы хыялланған уңайлыҡтар булдырырға этәргес биргән.
Гүзәл Борханова