Өфөнөң «Инорс» биҫтәһендә балалар баҡсаһы һәм мәктәпте үҙ эсенә алған мәғариф учреждениеһы төҙөлә. Тәүгеһе файҙаланыуға тапшырылған, ә белем усағында әле төҙөлөш эштәре бара. Башҡортостандың иң ҙур мәктәбен сафҡа индереү барышы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова танышты.
Руфина Мусина штукатурлаған түшәм-стеналарҙы бергә ҡушһаң осо-ҡырыйы күренмәгән ялан хасил булыр ине. 20 йылға яҡын төҙөлөштә эшләгән оҫтаға медицина учреждениеларында ла, мәғариф объекттарында ла, торлаҡ йорттарҙа ла тир түгергә тура килә. Тик бындай иркен мәктәпте күргән юҡ ине, ти ул.
Белем усағын төҙөү 2019 йылдың декабрендә башланған. Мәктәптең майҙаны 25 мең квадрат метрҙан ашыу, план буйынса ул быйыл асылырға тейеш була, әммә пандемия шарттары эште тотҡарлай. Әле объектта стеналарҙы күтәреү, ҡыйыҡты ябыу кеүек эштәр тамамланыу алдында, артабан инженер селтәрҙәрен һуҙыу, биҙәкләү, йыһазландырыу талап ителә.
Төҙөүселәр әйтеүенсә, элек йылға үҙәне булған һаҙлыҡлы майҙанда обьект төҙөү еңелдән булмай. Ентекле дренаж – тикшереү эштәре уҙғарырға, ҡомташ түгергә тура килә. Тағы ла бер үҙенсәлек – яңы учреждение аҙыҡ әҙерләү блогын да үҙ эсенә ала, ул балалар баҡсаһын да, мәктәпте лә хеҙмәтләндерәсәк. Шулай уҡ бында спорт менән шөғөлләнеү өсөн өс майҙансыҡ ҡаралған.
Был Инорс биҫтәһендәге 8-се белем усағы. Әммә ихтыяж ҙур, сөнки районда торлаҡ төҙөлөшө йылдам бара. Яңы белем усағы иһә проблеманы хәл итеү мөмкинлеге бирә. Ул майҙаны буйынса ғына түгел, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыу йәһәтенән дә иң ҡеүәтле белем усаҡтарының береһе булыр тип көтөлә.
Рәмзиә Кәримова